Милли проекттар
18 Декабрь 2023, 10:53

Белем тауҙарына үрмәләгәндә

 “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Белорет районына ике яңы мәктәп автобусы алынды.

Белем тауҙарына үрмәләгәндәБелем тауҙарына үрмәләгәндә
Белем тауҙарына үрмәләгәндә

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“УАЗ” маркалы автобус Сосновка мәктәбенә юллана. Ул эргәләге Түбәнге Бикҡужа, Рысыҡай, Арский ташы ауылдарынан 11 уҡыусыны йөрөтәсәк. Балаларҙы йөрөтөүсе Владимир Болотников мәктәптә бишенсе йыл эшләй.

“ГАЗель” маркалы икенсе автобус Үткәлгә юл тота. Ул Рысыҡай һәм Хөсәйен ауылдарынан балаларҙы йөрөтәсәк. Водителе Фәйзулла Мөхәмәтғәлин ун биш йылдан ашыу инде эшләй.

Балалар мәктәпкә йөрөгәндә, турнирҙарға, олимпиадаларға, сәйәхәттәргә барғанда уңайлы һәм хәүефһеҙ булһын өсөн яңы автобустарға тахографтар, видеокүҙәтеү, хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡуйылған, тип хәбәр итә Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/630557#scroll.

Автор:
Читайте нас