

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектының төп маҡсаттарының береһе – ҡалаларҙы уңайлыраҡ итеү, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Туймазы ҡалаһында вокзал янындағы майҙан күркәмләнгән. Бер нисә ай дауамында барған эштәр был урынды танымаҫлыҡ итеп үҙгәрткән. Тротуар плиткалары түшәлгән, заманса урам фонарҙары ҡуйылған. Ҡаланың символы булған паровоз да ҡараңғыла төрлө уттар менән балҡып ултыра. Газондар эшләнгән, машина ҡуя торған урын да булдырылған, эскәмйәләр, сүп һауыттары ҡуйылған.
Федоровка районында ла парк төҙөкләндерелгән. Сәхнә ҡуйылған, спорт майҙансығы барлыҡҡа килгән, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған. Спорт майҙанынан кеше өҙөлмәҫ, тигән фекерҙә проектлаусылар.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/633949#scroll.