#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандан сит илдәргә бал оҙатыу күләме 2,5 тапҡырға артҡан, тип хәбәр итәләр республика Ауыл хужалығы министрлығынан. Бындай күрһәткестәргә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты ярҙамында өлгәшелгән.
«Уҙған йылда донъяның ете иленә 111 тоннанан ашыу бал оҙатылған. Унан алдағы йылда алты илгә экспорт - 43,6 тонна, 2021 йылда һигеҙ илгә 103 тонна тәшкил иткән. Былтыр ошо исемлеккә Белоруссия, Ҡаҙағстан, Сербия, Үзбәкстан һәм башҡа дәүләттәр инде», - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан бал етештереү буйынса Рәсәйҙә лидер булып тора.
Сығанаҡ: «Башинформ».