+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ғинуар , 06:30

«Шыршы-2023» операцияһына йомғаҡ яһалды

Башҡортостан Республикһы Урман хужалығы министрлығы яңы йыл шыршыларын әҙерләү, ташыу һәм һатыуҙы контролдә тотоу маҡсатында 2023 йылдың  27 ноябренән 31 декабргә тиклем полиция, Гостехнадзор инспекцияһы, һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт инспекторҙары менән берлектә “Шыршы-2023” операцияһын иғлан иткәйне. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Шыршы-2023» операцияһына йомғаҡ яһалды
«Шыршы-2023» операцияһына йомғаҡ яһалды

Башҡортостан Республикһы Урман хужалығы министрлығы яңы йыл шыршыларын әҙерләү, ташыу һәм һатыуҙы контролдә тотоу маҡсатында 2023 йылдың  27 ноябренән 31 декабргә тиклем полиция, Гостехнадзор инспекцияһы, һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт инспекторҙары менән берлектә “Шыршы-2023” операцияһын иғлан иткәйне. Был сара "Экология" милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылды.

Операция барышында 1648 рейд үткәрелгән. Яңы йыл шыршыларын әҙерләүҙең дөйөм майҙаны 70,2 гектар булған 34 шыршы  әҙерләү урыны тикшерелгән.

Операция барышында шыршыны законһыҙ ҡырҡыуҙың 20 осрағы асыҡланған:рөхсәтһеҙ 48 ағас ҡырҡылған, ошо сәбәпле килтерелгән зыян  суммаһы 89,177 мең һум тәшкил иткән. Алты осраҡ буйынса материалдар хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелгән.

Өҫтәмә рәүештә башҡа төр ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙың 21 осрағы асыҡланған.  101,196 куб метрҙа законһыҙ ҡырҡылған ағас һөҙөмтәһендә бер миллион һум зыян килтерелгән.

Сығанаҡ: БР Урман хужалығы министрлығы сайты.

Автор:
Читайте нас: