Милли проекттар
16 Февраль 2024, 11:32

Сиҙәм сәхнәһенда Башдрамтеатр уйнаны

«Мәҙәниәт» милли проекты буйынса капиталь ремонтланған Сиҙәм ауылы мәҙәниәт йорто юлына бынан ары саң ҡунмаҫ. Күркәм төҫ алған, ҡот ҡунған, нурҙар уйнап торған йылы яҡты мәҙәниәт усағын әртистәр урап үтмәҫ инде хәҙер.

Яҡшының ҡунағы бер көндә тигәндәй, сараға республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Г. И. Хәмитова килде. Әйткәндәй, 2019 йылдан башлап ил күләмендә тормошҡа ашырылыусы «Мәҙәниәт» милли проектын Башҡортостанда бойомға ашырыуҙың шаҡтай бер өлөшө туранан-тура Гөлдәр Исмәғил ҡыҙына бәйле. Ул милли  проекттың  «Мәҙәни мөхит» проектын етәкләй. Сиҙәм ауылының мәҙәни усағы нәҡ ошо йүнәлеш буйынса капиталь реконструкцияланды ла инде. Ремонтҡа тиклем, уның барышында Әбйәлилдең ялан төбәгенә баш ҡаланан бер нисә тапҡыр килеп ураған ведомство вәкиле Яңы йыл байрамы алдына тура килгән уны асыу тантанаһында ҡатнаша алмағанлыҡтан, заманса үҙгәртеп ҡороуҙың һөҙөмтәһен күрер өсөн ашҡынып килеп еткәйне. 
Мәртәбәле ҡунаҡтарға әбйәлилдәргә хас ҡунаҡсыллыҡ күрһәтелде. Мәҙәниәт усағының фойеһында башҡорт, рус фольклор коллективтары дәртле таҡмаҡтар менән ҡаршыланы, милли аш-һыуҙарыбыҙҙы тәҡдим итте. Оҫтабикәләр мәҙәниәтебеҙҙең бер өлөшө булған милли кейем, биҙәүестәр күргәҙмәһен йәйелдерҙе.
Министр урынбаҫары һәм район етәкселеге делегацияһы яңыртылған мәҙәниәт йортон ҡарап сыҡты. Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы дөйөм алғанда бинаның баштағы ҡот осҡос торошо менән модернизацияланған хәҙергеһе араһында айырма ер менән күк араһы кеүек тип төҙөүселәрҙең эшен юғары баһаланы. 
Клуб менән бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан ауыл китапханаһына ингәс, министр урынбаҫары шатлығынан хатта тел шартлатты: «Ә бит тәүгә килгәндә ҡыйыҡтан һыу үтә ағыуы арҡаһында еүешләнгән китаптарҙы ошонда иҙән тултырып йәйеп киптерергә һалып бөтөүегеҙҙе күреп ҡайһындай әҙәбиәт эшлектән сыға тип ныҡ эсем бошҡайны. Бына бит хәҙер нисек матур, күңелле булып ҡалған!» — тине ул һоҡланып, китап фонды, хеҙмәтләндерелеүсе халыҡ һаны менән ҡыҙыҡһынды. Китапханасы Р. Н. Хәлимова китапханала 7 мең китап тупланыуы, китап уҡыусыларҙың мең кешегә тулынҡырамауы, сиҙәмдәрҙән тыш Северный халҡын да хеҙмәтлән-дереүҙәре, был күрше ауыл менән бәй-ләнеште клуб мөдире аша булдырыуҙары тураһында һөйләне, һәм, әлбиттә, башҡа-рылған ремонт өсөн рәхмәт белдерҙе. Г. И. Хәмитова булған һәм булдырылған менән генә ҡәнәғәт ҡалмаҫҡа, артабанғы үҫеш тураһында уйларға, библиобус алырға кәңәш итте. Форсаттан файҙа-ланып урындағылар модель китапхана итеп үҙгәртеү тураһында ла һүҙ ҡуҙғатты. 
Балетмейстр Р. Р. Буранғолова әйте-үенсә, бейеү ансамбле балет залында шөғөлләнә башлаған да инде. «Барыһы менән дә ҡәнәғәтбеҙ, тик залға көҙгөләр һәм станоктар кәрәк», — тине ул. Илдар Таһир улы был мәсьәләне район кимә-лендә хәл итәсәкбеҙ тип ҡыуандырҙы.  
Гөрләп торған спорт залында көн-дәлек күнекмәләр бара ине. Барыһынан да бигерәк хәҙер йылынған залда балаларҙың футболкала һәм шортикта ғына шөғөлләнеүен күҙәтеүе үҙе бер кинәнес. Спортсыларҙың сисенеп-кейе-неү, душ бүлмәләрен дә ҡарап сыҡтылар. «Бик шәп, бөтә теләктәр ҙә бойомға ашырылған», — тип баһаланы Г. И. Хәми-това. Мәҙәниәт усағының исеме есеменә тура килергә тейеш тигән ниәттә ул ауыл мәҙәниәт йорто урынына күп функциялы ауыл клубы статусын алырға тәҡдим итте.
Тамаша алдынан Сиҙәм халҡы алдында район башлығы И. Т. Нафиҡов  сығыш яһаны:
— Бөгөн беҙ мәҙәниәт йортон капиталь ремонттан һуң үҙ күҙҙәребеҙ менән күрергә, уның эсендәге тормош менән танышырға килдек. Бер һүҙ менән әйткәндә — һоҡланғыс. Был көндө Сиҙәм халҡы оҙаҡ йылдар сабыр түҙемлек менән көтөп алды. Хәтерләйем, бында тәүгә халыҡ менән осрашыуға килгәндә йыйында һүҙ алыусы һәр икенсе-өсөнсө кеше клубҡа иғтибар бүлеүҙе һорағайны. Һәм бына шул ҡыуаныслы ваҡиғаны кисерәбеҙ. Ошондай матурлыҡ өсөн тәү сиратта Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы йөҙөндә республиканың мәҙәниәт министрлығы етәкселегенә рәхмәт белдергем килә. Икенсенән, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бүленгән саралар сиктәрендә мөмкин булмағанды ысынбарлыҡҡа әүерелдергән төҙөүселәр-гә рәхмәт. Икенсе һулыш алып яңыса тормош башлаусы объекттың тотош Әл-мөхәмәт ауыл биләмәһе халҡын берләш-тереүсе мәҙәни усаҡҡа әйләнеренә иманым камил. Был район өсөн дә бик мөһим. Сөнки биләмә перспективалы, ер бүлеү, йорттар төҙөү йәһәтенән дә ҙур үҫеш динамикаһы күҙәтелә. Бер нисә йыл элек урта мәктәп капиталь ремонтланды, юлдар асфальтланды, хәҙер бер тигән клубығыҙ бар — яҡын киләсәктә сиҙәмселәр ере элекке данын кире ҡайтарыр тигән ышаныстамын, — тине ул.
Илдар Таһир улы Г. И. Хәмитованы әбйәлилдәр исеменән сәскә гөлләмәһе менән бүләкләгәндән һуң,  алыҫ араны яҡын итеп килгән башдрамтеатр коллективына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. «Нимә тиһең — үҙебеҙҙекеләр,  яҡташтарға бер шылтыратыу етте, министрлыҡтан да фатиха бирҙеләр. Талантлы режиссер, Йәнгел егете Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәгә ҡуйған иң шәп спектаклдәрҙең береһен беҙгә бүләк итеп алып килделәр. Барығыҙға ла рәхмәт», — тине ул һәм форсаттан файҙаланып яҡташтарҙы бүләкләп үтте. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының директоры Иршат Фәйзуллин менән режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев район Советы һәм хакимиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булһа, йәш актерҙар Айнур Ғәбитов һәм Илүзә Күсәбаеваға район хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды. Артабанғы эштәрендә ижади уңыштар теләп Әбйәлил хакимиәте театр коллективын да Рәхмәт хаты менән билдәләне.
Министр урынбаҫары Г. И. Хәмитова сиҙәмдәргә мәҙәниәт министры Ә. И. Шафиҡованан һәм республиканың бөтә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән ҡайнар сәләм ҡундырып, шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотланы. Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы Рәсәй Президенты указына ярашлы 2019 йылдан иҡтисадтың бөтә тармаҡтарында ла, шул иҫәптән мәҙәниәт өлкәһендә лә, милли проекттар тормошҡа ашырылыуын билдәләп, уның һөҙөмтәһендә федераль һәм төбәк бюджеттары сараларына төҙөлгәне бирле капиталь ремонт төҫө күрмәгән күп мәҙәниәт объекттарын төҙөкләндереүҙәре тураһында бәйән итте. Республикала иң ҙур проект — Өфө ҡурсаҡ театрын реконструкциялауға 250 миллион һум аҡса йәлеп ителгән. Унан ҡала 178 миллион һумға Йәштәр театрының ҡорамалдары яңыртылған. Янғындан һуң көлгә ҡалған Сибай филармонияһы бинаһы бынан ике йыл элек тергеҙелгән. Артабан Өфө дәүләт циркын, Рус дәүләт драма театрын ремонтлау буйынса ғәйәт ҙур күләмле эштәр көтә. Һәм былар барыһы ла милли проект сиктәрендә ысынбарлыҡҡа ашырыла һәм уның еле беҙҙең районға ла ҡағылыуы ҡыуаныслы. Һуңғы дүрт йыл эсендә милли проект буйынса республикала 98 клуб учреждениеһы ремонтланһа, шулар иҫәбендә былтыр Тупаҡ һәм Сиҙәм ауылдарының мәҙәниәт усаҡтары яңырыу кисерҙе. Был эш ағымдағы йылда ла дауам итәсәк һәм планға алынған 24 объекттың берәүһе йәнә Әбйәлилдә тип ҡыуандырҙы министр урынбаҫары.
Г. И. Хәмитова Сиҙәм мәҙәниәт усағын гөл итеп балҡытыуға өлөш индереүсе-ләргә рәхмәтен ведомство наградалары аша белдерҙе. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигының административ-хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Ю. С. Ҡа-ҙаҡбаев һәм  район мәҙәни-ял үҙәге директоры Р. Н. Хисмәтов БР Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты, ә төҙөлөш эштәрен атҡарып сыҡҡан «Ризалит» ЯСЙ-һы директоры З. У. Манапов,  «Ремонт-төҙөлөш төркөмө» ЯСЙ-һы директоры А. Ә. Тутаев һәм ошо ойошманың баш инженеры В. Г. Зорин Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Шулай уҡ башҡа-рылған бөтә был эштәрҙең башында торған район башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәновҡа ла оло рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. 
Ә спектакль  бер тында ҡаралды. Музыкаль комедия тәүге тапҡыр Вәли Ғәлимов тарафынан 1946 йылда, унан һуң 1953 йылда — Арыҫлан Мөбәрәков, 1983 йылда Вәзих Сәйфуллин режиссерлығында сәхнәгә сығарыла. Һәм бына 40 йылдан һуң яҡташыбыҙ, режиссер, Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев йәнә сәхнәгә ҡуйған «Еҙнәкәй» кәмит ролдәре, йыр-мәҙәккә бай диалогтары, сағыу кейемдәре менән тамашасыларҙы әсир итте. Ролдәрҙе халыҡ һөйөүен яулаған билдәле артистар Хөрмәтулла Үтәшев (Әхсән бай), Илсөйәр Ғәзетдинова (Сафия), Миңзәлә Хәйруллина (Нәфисә), Артур Ҡунаҡбаев (Низами), Алмас Әмиров (Ғәни бай), Светлана Хәкимова (Ямал), Илсур Байымов (Нурый), Урал Әминев (Миһри) һәм йәш актерҙар  Алмас Йосопов (Ғиззәт), Гүзәл Хәсәнова (Сажиҙә), Линар Бәитов (Сафый), Зилиә Ситдиҡова (Шәмсиә) башҡарҙы.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас