+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Февраль , 06:30

Урғаҙа ауылы халҡына – ҙур бүләк

Башҡортостандың Баймаҡ районы Башҡортостандың Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында ҙур социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлөшө дауам итә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Урғаҙа ауылы халҡына – ҙур бүләк
Урғаҙа ауылы халҡына – ҙур бүләк

Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында ҙур социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлөшө дауам итә.

Бинаның дөйөм майҙаны өс мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Бында 300 урынлыҡ тамаша залы, күргәҙмә зонаһы, балалар өсөн уйын бүлмәһе, китапхана, оҫтаханалар була. Шулай уҡ тренажер залы, кейем алмаштырыу, душ бүлмәләре, балалар сәнғәт мәктәбе планлаштырыла. "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә,Объекттың әҙерлеге бөгөнгә 68 процент тәшкил итә. Төҙөүселәр бинаның стеналарын күтәргән, ҡыйығын япҡан, тәҙрә ҡуйған. Инженер селтәрҙәре үткәрелә, ҡорамалдар  һатып алына.

 Объектты ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу өсөн төҙөлөш-монтаж эштәрен тиҙләтелгән темта алып барыла. Төҙөлөш "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә алып барыла.

 

Автор:
Читайте нас: