+9 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Апрель , 16:40

Таҙа һыу эсәйек

"Таҙа һыу" федераль программаһы ярҙамында Башҡортостанда яңы һыу менән тәьмин итеү объекттары төҙөлә.    

Таҙа һыу эсәйек
Таҙа һыу эсәйек

Эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проектында әүҙем ҡатнаша. Проекттың маҡсатлы күрһәткесе – үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаларынан сифатлы эсәр һыу менән файҙаланған халыҡ өлөшөн арттырыу.

“Таҙа һыу” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыу барышында 2019-2022 йылдарҙа туғыҙ һыу менән тәьмин итеү объекты сафҡа индерелгән. “Сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән халыҡтың өлөшө” күрһәткесе 2019 йылда 87,6 проценттан 2022 йылда 88,9 процентҡаса артҡан.

2023 йылда Әлшәй, Бөрө, Күгәрсен, Туймазы, Хәйбулла, Өфө, Краснокама, Иглин, Шишмә райондарында һәм Өфөлә 10 эсәр һыу менән тәьмин итеү объектын төҙөү (реконструкциялау) буйынса саралар дауам иттерелде. Шулай уҡ Ҡыйғы һәм Кушнаренко райондарында тағы ике проект башланған. Ошо маҡсатҡа 1 215,2 миллион һум, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 1 190,9 миллион һум финанслау ҡаралған.

2024 йылда Туймазы, Шишмә, Ҡыйғы, Кушнаренко, Бөрө райондарында һәм Өфө ҡалаһында алты һыу менән тәьмин итеү объектын төҙөүҙе дауам итеүгә 792,3 миллион һум күләмендә финанслау ҡаралған, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан – 776,4 миллион һум.

Ошо объекттар төҙөлөшө 2024 йылда күрһәткестәрҙең: “Үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһынан сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән Башҡортостан Республикаһы халҡының өлөшө”н 90,9 процентҡа һәм “Үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһынан сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән Башҡортостан Республикаһы ҡала халҡының өлөшө”н 99,6 процентҡа етерергә мөмкинлек бирәсәк.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-03-29/esk-n-yuy-ta-amy-3706476

Автор:
Читайте нас: