-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Апрель , 09:25

Экология форумы

13 апрелгә тиклем Өфөлә Экология форумы һәм VII «Экология һәм технологиялар» күргәҙмәһе эшләй. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Экология форумы
Экология форумы

13 апрелгә тиклем Өфөлә Экология форумы һәм VII «Экология һәм технологиялар» күргәҙмәһе эшләй.

Күргәҙмәлә Ҡаҙағстан, Белоруссия, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Рәсәй төбәктәре делегациялары ҡатнаша. Экология форумын һәм VII «Экология һәм технологиялар» махсуслаштырылған күргәҙмәһен асыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

«Ошо яҙғы көндәрҙә беҙ һәр ваҡыт Башҡортостандың баш ҡалаһына эксперттарҙы, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге өлкәһендәге белгестәрҙе саҡырабыҙ. Һис шикһеҙ, был беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ һәм оло мәртәбә. Беҙ илебеҙҙә һәм Башҡортостанда биләмәләребеҙ, ҡалаларыбыҙ, ауылдарыбыҙ матур, уңайлы, төҙөк булһын өсөн күп эштәр башҡарабыҙ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһы һөҙөмтәле эшләһен, экологик проблемалар хәл ителһен өсөн. Шуға күрә беҙгә башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһе менән танышыу мөһим. ихлас сәләмләйем. Өфөгә илебеҙҙең 15-тән ашыу төбәгенән вәкилдәр килде. Осрашыуҙан яҡшы тәьҫораттар алырһығыҙ, беҙҙең аралашыу файҙалы булыр тип ышанам», - тине Радий Хәбиров сараны асыу тантанаһында.

Дәүләт Думаһының экология, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау комитеты рәйесе урынбаҫары Георгий Арапов үҙ сығышында Экологик форумдың мөһимлеге хаҡында һөйләне.

Республика етәксеһе онлайн режимда Ҡыйғы районында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексын файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт бирҙе. Ошо инвестиция проектына 300 миллион һум аҡса һалыу ҡарала.

Был тәңгәлдәге бөтә эштәр “Экология” милли проектын үтәүҙә мөһим әһәмиәткә эйә.

Сығанаҡ: БАШИНФОРМ

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: