+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Апрель , 10:15

Урмандарҙы һаҡлау маҡсатында

Республиканың урман хужалығы министрлығы 8,6 миллион һумға урмандарҙы  патруллек  и теү өсөн махсус автомобилдәр һатып алды . #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Урмандарҙы һаҡлау маҡсатында
Урмандарҙы һаҡлау маҡсатында

Республиканың урман хужалығы министрлығы 8,6 миллион һумға урмандарҙы  патруллек  и теү өсөн махсус автомобилдәр һатып алды. Ошо көндәрҙә республиканың урман хужалығы ҡарамағындағы учреждениеларға – район-ара территориаль бүлектәргә урман-патруль техникаһын тапшырылды. Урмандарҙы контролдә тотоу сифатын күтәреү маҡсатында, шулай уҡ «Урман хужалығын үҫтереү» федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төбәктең Урман хужалығы министрлығы үтеүсәнлеге юғары булған 8 берәмек урман патруле автомобиле һатып алған: 6 lada Niva Legend маркалы автомобиль һәм 2 LADA Niva Travel автомобиле. Был урман-патруль техникаһын һатып алыуға 8,6 миллион һум аҡса бүленгән. LADA Niva Legend маркалы юғары үтеүсәнлектәге автомобилдәрҙе Стәрлетамаҡ, Әбйәлил, Дыуан, Өфө, Бөрө, Белорет бүлектәре вәкилдәре алды. Автомобилдәр урмандарҙа патрүллек итеү, шул уҡ ваҡытта урмандарҙы янғындан һаҡлау өсөн файҙаланыласаҡ.

Урман хужалыҡтарының техника паркын “Экология” милли проектының   "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты ярҙамында яңыртыу мөмкин булды.

Федераль проект сиктәрендә шулай уҡ тракторҙар, урман ултыртыу машиналары, юғары үтеүсәнлектәге автомобилдәр, культиваторҙар һәм башҡа төр техника һәм ҡорамалдар һатып алына.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: