Бөгөн республикала 139 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субьекты теркәлгән, уларҙа мәшғүл халыҡтың дүрттән бер өлөшө эшләй. Үҙмәшғүлдәр өлөшө лә арта-төбәктә 205 меңдән ашыу кеше рәсми теркәлеүҙе һәм махсус һалым режимын һайлаған, был уҙған йыл күрһәткестәренән 10,5 процентҡа юғарыраҡ. Эшҡыуарлыҡ субъекттарының 96,8 проценты микропредприятиеларға тура килә. Уларҙың һаны йыл башынан алып 2,4 процентҡа артҡан һәм 134,7 мең берәмеккә еткән. Яңы төҙөлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 33,6 мең берәмектән ашып китә. Республика бюджетына һалым керемдәре 1,5 тапҡырға артҡан һәм 2024 йылдың өс айында 3,2 миллиард һум тәшкил иткән.