+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мәшғүллек үҙәктәре яңыртыла

 “Демография” милли проекты сиктәрендә мәшғүллек үҙәктәрен яңыртыу эштәре дауам итә. Хеҙмәт биржаларына алмашҡа заманса “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәктәре килә, улар яңы форматта, сифатлы хеҙмәт күрһәтә.

Мәшғүллек үҙәктәре яңыртыла
Мәшғүллек үҙәктәре яңыртыла

Башҡортостанда өс яңыртылған мәшғүллек үҙәге эшләй, улар Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында, Өфөнөң Орджоникидзе районында урынлашҡан. Йыл аҙағына республиканың бөтә 68 үҙәге лә яңыртыла, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Яңыртыуҙарҙың төп маҡсаты – мәшғүллек хеҙмәте эшен эш эҙләүселәргә лә, эш биреүселәргә лә мөмкин тиклем уңайлы итеү.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/779088#scroll.

Автор:
Читайте нас: