Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан алдынғылар рәтендә. Был хаҡта 2024 йылда төбәктәрҙә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында Хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында хәбәр ителде.
- Беҙ бөгөн төбәк башлыҡтары менән берлектә яңы “Йәшәү шарттарын яҡшыртыу инфраструктураһы” милли проекты булдырыу өҫтөндә эш алып барабыҙ. Был милли проект киләсәктә илдең һәр кешеһенең тормошон яҡшыртыу буйынса ҡулланыласаҡ, – тине Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин. – Беҙҙең алда объектты төҙөү башлауҙан алып сафҡа индергәнсе үткән ваҡытта ҡыҫҡартыу йәки аҙ сроктарҙа төҙөүҙе ҡайғыртыу мәсьәләһе тора. Ошо йәһәттән төбәк башлыҡтарына норматив акттарын, сроктарҙы ҡайтанан ҡарап сығыуҙы үтенәм.
Артабан Рәсәй төҙөлөш министры Ирек Фәйзуллин быйыл төбәктәрҙә тормошҡа ашырылған милли һәм федераль проекттар тураһында һөйләп үтте. Атап әйткәндә, йәй башына ҡарата илдә, мәҫәлән, 43,8 млн кв. метр торлаҡ төҙөлгән. Башҡортостанда шул иҫәптән 1,1 млн кв. метр. Был тәңгәлдә вице-премьер алдынғы төбәктәрҙе билдәләп, Башҡортостанды ла телгә алды.