+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Салауат ере” комплексы асылды

Салауат районында “Салауат ере” тарихи-мәҙәни комплексы асылды. Ул“Янғантау” геопаркы биләмәһендә республиканың милли геройы һәм халыҡ шағиры Салауат Юлаевтың  тыуған ауылы Тәкәйҙә булдырылды.

“Салауат ере” комплексы асылды
“Салауат ере” комплексы асылды

“Салауат ере” комплексының дөйөм майҙаны – 4,5 га. Проект концепцияһы Мостай Кәримдең “Салауат. Өн аша ете төш” әҫәре нигеҙендә эшләнгән.

Төбәк етәксеһе заманса визит-үҙәкте ҡараны, унда сувенир прдукцияһын һата ла башлағандар. “Янғантау” геопаркы” Фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәге директоры Айрат Ғәлиев аңлатыуынса, Салауат Юлаев иҫәтәлектәренең образдары парк майҙанында тематик лекциялар булараҡ асыла. Уларҙың һәр береһе шағир тормошоноң мөһим этаптарын кәүҙәләндерә.

“Халыҡты тарихи ваҡиғалар ҙа һәм, әлбиттә, тәбиғәт тә ылыҡтыра, – тине Радий Хәбиров комплексты асыу тантанаһында. – Бында бөтәһе лә органик рәүештә берләшкән. Был ерҙә элек Салауат Юлаев тыуған һәм үҫмер сағын үткәргән ауыл урынлашҡан. Уның  Башҡортостан  өсөн ниндәй әһәмиәтле икәнен барыһы ла белә. Бында беҙ уның тормош юлын, ижадын күрһәтәбеҙ. Салауат Юлаев һирәк осраған ижади кеше булған.  Уның шиғырҙары тәрән мәғәнәле һәм аҡыллы. Һәм, әбиттә, Салауат районы – бик матур тәбиғәт ул. Беҙ бында туристарҙы саҡырабыҙ. “Салауат ере” комплексын асыу ошо биләмәне, дөйөм алғанда, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышын үҫтереүҙәге мөһим аҙым. Бөтә ҡунаҡтарҙың да бында үҙ рухына тура килгән нәмәләрҙе таба алырына ышанам”.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:
Читайте нас: