Уға эшҡыуарлыҡ башланғыстарын дәртләндереүгә, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға, тотороҡло мәшғүллеккә һәм инвестиция әүҙемлегенә йүнәлтелгән федераль проекттар инәсәк. Был турала Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Александр Новак хәбәр итте.
– Президент ҡушыуы буйынса, 2030 йылға Рәсәй йылына – яҡынса өс процент, ә алты йылда 16,5 процент тотороҡло үҫеш темптарына сығырға тейеш. Бының өсөн иҡтисадҡа нигеҙләнгән оҙайлы иҡтисади үҫештең яңы моделен булдырырға кәрәк, – тип билдәләне Александр Новак.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, инвестициялар үҫеше темпының һаҡланыуы, экспорттың үҫеүе, граждандар килеменең тотороҡло артыуы, иҡтисадты кадрҙар менән тәьмин итеү – иҡтисад үҫеше өсөн төп шарттар.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, күрһәтелгән милли маҡсаттар әлеге көндә төбәк иҡтисадында һиҙелерлек роль уйнай.
– Һуңғы биш йылда республиканы йәшәү өсөн иң яҡшы төбәк итеү бурысын ҡуйып, һәйбәт үҫеш темптарын күрһәттек. Донъялағы хәлде иҫәпкә алып, беҙ Башҡортостандың социаль-иҡтисади өлкәһен үҫтереү буйынса яңы йүнәлештәр табыуға өлгәштек. Республикаға инвестициялар йәлеп итеү өҫтөндә лә әүҙем эшләйбеҙ. 2023 йылда уларҙың суммаһы 620 миллиард һумға етте, ә биш йылда төбәк иҡтисадына капитал һалыуҙар күләме 2,3 триллион һум тәшкил итте, – тине Андрей Назаров.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Башҡортостан Республикаһында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты сиктәрендә предприятиеларҙа һаҡсыл етештереү инструменттарын индереүгә айырым иғтибар бирелә, тип билдәләне. Бөгөнгө көнгә төбәктә милли проектта ҡатнашыусы 180 кеше иҫәпләнә, улар үҙ етештереү күрһәткестәрен яҡшырта алды.
– “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып биш йыл эсендә төбәктә етештереү уртаса 45 процентҡа артҡан, производство процестарының уртаса ваҡыты - 33 процентҡа, ә тамамланмаған етештереү процестары 35 процентҡа кәмегән. Милли проектта ҡатнашыусыларҙың 50 проценттан ашыуы хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса үҫеште тәьмин итә. Милли проектта ҡатнашыусы предприятиеларҙың иҡтисади һөҙөмтәһе дүрт миллиард һум тәшкил итте, – тип өҫтәне Рөстәм Моратов.
Яңы милли проект тауарҙар етештереүҙе һәм хеҙмәтләндереүҙе үҫтереүгә маҡсатлы инвестициялар өсөн булдырыла ла инде.
– Милли проектты үтәү, үҙенең исеменә ярашлы, һөҙөмтәле һәм конкурентлыҡҡа һәләтле булыр, тип ышанам, – тине Андрей Назаров.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтынан.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.