-Икенсе ҡаттың планировкаһы үҙгәртелә, стена, иҙән, түбә—барыһы ла яңы төҫ аласаҡ,--ти Сибай үҙәк дауаханаһы баш табибының педиатрия ярҙамы буйынса урынбаҫары Фирүзә Аҡбулатова.-Ремонттан һуң икенсе ҡаттың яртыһын ҡатын-ҡыҙҙар консультациһияһы, операция блогы һәм көндөҙгө стационар, тар белгестәрҙең ҡабул итеү бүлмәләре биләһә, икенсе яртыһында патология менән тыуған сабыйҙарҙы бағыу бүлеге, реанимация урын аласаҡ. Йыл аҙағына ҡәҙәр ҡабул итеү бүлегендә барған капиталь ремонт эштәре лә тамамланасаҡ.
Билдәле булыуынса, Сибай ҡалаһының перинаталь үҙәге Урал аръяғындә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарға бала табыуҙа ярҙам күрһәтеү үҙәге булып иҫәпләнә. Ағымдағы йылдың 1 авгусына Сибай медицина округы буйынса 772 йөклө ҡатын иҫәптә тора. Йыл башынан алып бала табыу йортонда 362 сабый донъяға килгән. 71 осраҡта әсәләр бәпестәрен операция ярҙамында тапҡан. 2025 йылда перинаталь үҙәктең йөклөләр патологияһы бүлеге ремонтланһа, бинаның 5-се ҡатындағы бала табыу залын һәм оператив блокты заманса хәлгә килтереү 2026 йылға планлаштырыла.
Ремонт эштәре барғанлыҡтан, шулай уҡ йылда уҙғарылырға тейешле бинаны зарарһыҙландырыу сиктәрендә 5 августан 19 авгусҡа ҡәҙәр Сибай перинаталь үҙәге төп эшмәкәрлеген туҡтатып тора. Был осорҙа түбән урта хәүефле бала табыусы әсәләр Белоретҡа, юғары хәүеф төркөмөнә инеүселәр Өфө 3-сө кимәлле медицина ойошмаларына оҙатыла.
-Республика Башлығы һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡала һәм район дауаханаларына ҙур иғтибар бүлә. Был йәһәттән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, милли проекттарҙың төбәктә уңышлы тормошҡа ашырылыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә,--ти йәмәғәт лидеры Роза Бикбова.-Сибай үҙәк дауаханаһы ҡала ғына түгел, тотош Урал аръяғының Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарында йәшәүселәргә, хатта күрше Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы гүзәл заттарына медицина ярҙамы күрһәтә. Дауаханала сифатлы дауаланыу өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн урында перинаталь үҙәк булыу бигерәк яҡшы. Буласаҡ әсәләр тик Сибай дауаханаһында бала табырға ашҡынып тора. Һуңғы йылдарҙа перинаталь үҙәктә барған капиталь ремонт бина торошон ғына түгел, хеҙмәтләндереү сифатын да ныҡ яҡшыртты. Сөнки бында заманса медицина ҡорамалдары ҡайтарылды, медицина хеҙмәткәрҙәренең үҙ эштәрен яҡшы белеүе лә дауахананың абруйын ныҡ арттыра.
Мәғлүмәт һәм фото "Атайсал" гәзитенән