-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Август , 12:35

Ростов өлкәһендә йәшәгән яҙыусы Мәхмүт Сәлимовтың “Башҡорт аты” китабы менән таныштырыу сараһы үтә

Баймаҡ районында “Башҡорт аты” фестивале дауам итә. Бөгөн республикала йылҡысылыҡты үҫтереү, йылҡы ите һәм ҡымыҙ етештереүҙе арттырыу, фермерҙарға ярҙам итеү мәсьәләләре ҡарала. Бай мәҙәни һәм спорт программаһы әҙерләнгән.Шулай уҡ,  Мәхмүт Сәлимовтың “Башҡорт аты” китабы менән таныштырыу сараһы үтә.

Ростов өлкәһендә йәшәгән яҙыусы Мәхмүт Сәлимовтың “Башҡорт аты” китабы менән таныштырыу сараһы үтә
Ростов өлкәһендә йәшәгән яҙыусы Мәхмүт Сәлимовтың “Башҡорт аты” китабы менән таныштырыу сараһы үтә

М. Сәлимовтың үҙенсәлекле йыйынтығында башҡорт аты тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, риүәйәттәр һәм хикәйәләр бирелгән. Автор башҡорттарҙа ат культын билдәләй, ҡымыҙға ла иғтибар бүлә. Китапта Нурмөхәмәт олатаһының шәхси тәжрибәһенә нигеҙләнгән һәм тарихи факттар менән тулыландырылған әкиәттәре һәм легендалары айырым урын биләй. Улар аша уҡыусылар башҡорт халҡының тормошо, көнкүреше һәм йолалары хаҡында беләсәк.

Ростов өлкәһендә йәшәгән яҙыусы Мәхмүт Сәлимовтың “Башҡорт аты” китабы менән таныштырыу сараһы үтә
Ростов өлкәһендә йәшәгән яҙыусы Мәхмүт Сәлимовтың “Башҡорт аты” китабы менән таныштырыу сараһы үтә
Ростов өлкәһендә йәшәгән яҙыусы Мәхмүт Сәлимовтың “Башҡорт аты” китабы менән таныштырыу сараһы үтә
Автор:
Читайте нас: