+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Август , 17:45

Эшҡыуар Илфат Төлкөбаев Моғаҡ йылғаһы буйында турист зонаһын төҙөкләндерә

Йәш эшҡыуар районда туризмды үҫтереү өсөн ҙур потенциал барлығына ышана. Уны дөрөҫ тормошҡа ашырырға ғына кәрәк. Мәҙәни ял итеү ҙә файҙалы һәм төрлө яҡлы булырға тейеш.

Эшҡыуар Илфат Төлкөбаев Моғаҡ йылғаһы буйында турист зонаһын төҙөкләндерә
Эшҡыуар Илфат Төлкөбаев Моғаҡ йылғаһы буйында турист зонаһын төҙөкләндерә

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттары ярҙамында Әбйәлил эшҡыуары Илфат Төлкөбаев Моғаҡ йылғаһы буйында туристик зона төҙөкләндерә.

- Ғөмүмән, берәй туристик объект асыу идеяһы  студент йылдарында уҡ барлыҡҡа килде, - ти Илфат Ришат улы. - Беҙҙең район үҙенең тәбиғәт ресурстарына бай, был туризмды үҫтереү өсөн ҙур потенциал булып тора. Ә ни өсөн тап туризм? Сөнки минең өсөн ял тәбиғәт менән ассоциациялаша. Тәбиғәт ҡосағында саф һауа, ҡала шау-шыуынан, транспорттан алыҫһың. Бында кеше көс-дәрт туплай, илһам ала, ял итә.

Әкренләп йәш эшҡыуарҙың уй-ниәттәре тормошҡа аша башлай. 2020 йылда Илфат Ришат улы Ғимранташ ҡаяһынан алыҫ түгел Моғаҡ йылғаһы буйындағы майҙанды ала. Тәүҙә төҙөкләндереү эштәрен башлай, биләмәне тәртипкә килтерә, сүп-сарҙан таҙарта.

- Унда бөтә нәмәне туристар тапаған, бөтә ерҙә сүп-сар, ҡоро-һары тулып ята  ине, - ти ул. - Биләмәнең бер өлөшөн ял итеүселәрҙән, айырыуса техниканан һаҡлау өсөн кәртәләнек: квадроциклдарҙа йөрөү үҙ эшен һалмай ҡалмаған. Техника үтмәһен өсөн йәйәүлеләргә генә юл ҡалдырҙыҡ.10-12 кешегә иҫәпләнгән ҡунаҡ йорто ҡалҡып сыҡты, бәҙрәф эшләнек. Сүп-сар һауыттары урынлаштырҙыҡ.

Быйыл 50-60 урынлыҡ 10 метрлыҡ тирмә төҙөлә башланды. Уны Күмертау ҡалаһында «Башҡортостан тирмәләре» предприятиеһынан һатып алдым. Уға нигеҙ һалып, тирмә ҡорҙоҡ. Ул башҡорт йыһаздары менән тулыландырыласаҡ.  Киләсәктә уны йылытырға ниәтләнәм, ул саҡта кисә-сараларҙы йылдың һалҡын ваҡытында ла уҙғарырға мөмкин буласаҡ. Конкурста ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына ғариза бирҙек. Ул Башҡортостан территорияһында кемпинг-урынлаштырыу объекттарын төҙөүгә йәмәғәт башланғыстарына дәүләт ярҙамын тормошҡа ашырыуға субсидиялар формаһында бирелә.

Гранттың суммаһы 6 миллион һумдан ашыу, шуның яртыһын республика финанслай. Был грант «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектының «Туристик инфраструктураны үҫтереү» федераль проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Был аҡсаға ғаиләләре менән ял итеүселәр урынлашырлыҡ бер нисә тирмә эшләргә һәм ҡорорға кәрәк. Гранттарҙы тормошҡа ашырыу - беҙҙең өсөн һәйбәт ярҙам, үҫешергә, пландарҙы бойомға ашырырға ярҙам итә. Финанс булғанда күп нәмә килеп сыға, - тип уй-ниәттәре менән уртаҡлашты Әбйәлил эшҡыуары.

Әйткәндәй, йәш эшҡыуар районда туризмды үҫтереү өсөн ҙур потенциал барлығына ышана. Уны дөрөҫ тормошҡа ашырырға ғына кәрәк. Мәҙәни ял итеү ҙә файҙалы һәм төрлө яҡлы булырға тейеш. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, туризмды үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Ул - республиканың киләсәгенә инвестициялар һәм яңы эш урындары булдырыу.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

 

Автор:
Читайте нас: