+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Август , 15:40

Балалар поликиникаһы төҙөлә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһы буйынса Асҡарҙа балалар поликлиникаһы төҙөлә. Объектты файҙаланыуға тапшырыу 2025 йылдың декабренә планлаштырылған.

Балалар поликиникаһы төҙөлә
Балалар поликиникаһы төҙөлә

Үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә төҙөлөүсе дүрт ҡатлы балалар поликлиникаһының  дөйөм майҙаны 4348,77 кв. м тәшкил итәсәк. Бында барыһы ла заманса, уңайлы, иркен, матур буласаҡ. Айырым шарттар булмау сәбәпле, педиатрҙар әле булһын иң кескәй пациенттарҙы ауырыуҙар үтә-сүтә йөрөгән бөтә район халҡын хеҙмәтләндергән бер поликлиникала ҡабул итергә мәжбүр. Хатта сәләмәт бала көндәрендә лә йәш сабыйҙарҙы сирлеләр менән контакттан бер нисек тә ҡурсалап булмай. Тар профилле табиптарға, анализдар тапшырыуға, УЗИ, ЭКГ һәм башҡа тикшеренеүҙәр үтеүгә балаларҙың да, ололарҙың да бер сиратта тороуы бөтөнләй уңайһыҙ булһа ла түҙергә тура килә. Һәм бына, түҙгәнгә – түш тигәндәй, ниһайәт, беҙҙең район да модернизациялау программаһына индерелеп, мөһим төҙөлөш башланды.

Р. Ф. Хәбиров:
“2023 йылда республикала һаулыҡ һаҡлауға төрлө финанс сығанаҡтарҙан 106,9 млрд. һум аҡса йүнәлтелгән. 98 тиҙ төҙөлөүсе модулле конструкциялар һатып алынған һәм урынлаштырылған, шул иҫәптә 84 ФАП, 9 табип амбулаторияһы, 5 дөйөм практика табибы офисы.   Модернизациялау программаһы сиктәрендә Кушнаренко, Асҡар, Асҡын, Баҡалы ауылдарында, Благовещен, Учалы һәм Яңауыл ауылдарында поликлиникалар төҙөләсәк”.

Төҙөлөштөң хаҡы 643132,24 мең һум тәшкил итә. Генераль подрядсы булып “Билд” ЯСЙ-һы сығыш яһай. Әлеге ваҡытта поликлиниканың нигеҙе һалына, ер аҫты эштәре башҡарыла. Урын таулы, тигеҙһеҙ. Иң башта  биләмәнән 25 мең кубометр таш сығарылған (уны район үҙәгенең бер биҫтәһендәге юлдарға түшәүгә йүнәлткәндәр). Кислород майҙансығы һәм  янғын хәүефһеҙлеге резервуары өсөн бетондан нигеҙҙәр ҡойолған. Төҙөлөшкә башлыса үҙебеҙҙең райондан ир-егеттәр йәлеп ителгән. Яуым-төшөмгә ҡарамаҫтан, эш бер көнгә лә туҡтамай.

Дүрт ҡатлы бинаның аҫтында нуленсе кимәл дә буласаҡ. Бында вестибюль төркөмө – тамбур, коляскалар ҡуйыу урыны, справкалар биреү кабинеты, колл-центр, гардероб, регистратура, әсә һәм бала, уйын, персонал һәм пациенттар өсөн санузел бүлмәләре урынлашасаҡ. Анализдар тапшырыу өсөн өҫкө ҡаттарға күтәрелеп йөрөргә кәрәк булмаясаҡ. Сирләгән пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн айырым ишек менән изоляция бокстары һәм ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү блогы булдырыласаҡ.

Өҫкө ҡаттарҙа амбулатор ҡабул итеү кабинеттары урынлашасаҡ. Кескәйҙәрҙең һәм үҫмер балаларҙың сәләмәтлеге һағында биш педиатр эшләйәсәк. Балалар хирургы, офтальмолог, эндокринолог, кардиолог невролог һәм стоматолог ошонда уҡ ҡабул итәсәк. Сәләмәт бала, күреү һәләтен профилактикалау кабинеттары ойоштороласаҡ. Бынан тыш, яраларҙы бәйләү, процедуралар, УЗИ, ЭКГ, массаж, физиотерапия, ингаляция, яҡтылыҡ менән дауалау, психолог, медстатистика, диспансер кабинеттары эшләйәсәк. Дауалау физкультураһы менән шөғөлләнеү өсөн айырым ЛФК залы, 120 урынға иҫәпләнгән конференц-зал һәм студенттар өсөн уҡыу кабинеты буласаҡ. Һәр ҡатта ла ял, әсә һәм бала бүлмәләренә мөйөш бүленәсәк, персонал өсөн дә бөтә уңайлыҡтар булдырыласаҡ.

Балалар поликлиникаһы көнөнә 150-гә тиклем баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнә. 12 урынға иҫәпләнгән өс көндөҙгө стационар палатаһы эшләйәсәк. Дауалау учреждениеһы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ. Объект киләһе йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ һәм 2026 йыл башынан тулы ҡеүәтендә эшләй башлаясаҡ тип көтөлә.

З. М. Досманова, педиатрия ярҙамы күрһәтеү бүлексәһе мөдире:
– Яңы поликлиникала уңайлы, зауыҡлы буласаҡ тип көтәбеҙ. Өр-яңы ҡорамалдар эшебеҙҙең һөҙөмтәлелеген бермә-бер яҡшыртыр тип уйлайым. Бөтә балалар белгестәренең бер урында эшләүе кескәй пациенттарыбыҙ һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн дә бик ҡулай буласаҡ. Беҙҙең райондың модернизациялау программаһы исемлегенә индерелеүе өсөн тәү сиратта республика Башлығы Р. Ф. Хәбировҡа рәхмәтлебеҙ.
 
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: