+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Сентябрь , 15:00

Милли проекттар һаулыҡ һағында

Улар ярҙамында ауылдарҙа заманса ФАП-тар асыла.

Милли проекттар һаулыҡ һағында
Милли проекттар һаулыҡ һағында

Республикала 2019 йылдан «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса 433 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. 2024 йылдың аҙағына тиклем –  135, 2025 йылға тағы 134 конструкция төҙөү күҙаллана.

Шулай уҡ «Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты» проекты бойомға ашырыла. Ул илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Бөгөн медпункттарҙың 97,3 процентында интернет бар, уның ярҙамында телемедицина консультациялары үткәрергә, ЭКГ һөҙөмтәһен ебәрергә , электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын һәм электрон рецептар яҙып бирергә мөмкин.

2021 йылдан медицина учреждениеларына 558 берәмек автотранспорт һәм 13 908 берәмек медицина ҡорамалы һатып алынды.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: