Бөгөн Буранғол уҡыусылары өсөн тантаналы көн. Белем усағында “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проекты сиктәрендә булдырылған “Үҫеү нөктәһе” асылды.
Яңы уҡыу йылына бынан да шәберәк бүләк булыуы мөмкинме?! Үҙәктә уҡыусылар хәҙерге заман технологиялары ярҙамында физика, химия һәм биология фәндәрен ентекле өйрәнәсәк, робот техникаһы серҙәренә төшөнәсәк, профилле фәндәр буйынса өҫтәмә белем аласаҡ. Бының өсөн ноутбуктар, физика һәм химия буйынса һанлы лабораториялар, робот техникаһы буйынса йыйылмалар һәм башҡа махсус ҡорамалдар һатып алынған. Шулай уҡ өс кабинетта косметик ремонт үткәрелгән. Хәҙер сағыу, матур кабинеттарҙа рәхәтләнеп шөғөлләнергә, һәләттәреңде үҫтерергә мөмкин буласаҡ.
Буранғол мәктәбе коллективы һәм уҡыусыларының оло шатлығын район мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсаҙиева уртаҡлашты, яңы үрҙәр теләне.