Рәсәй финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылдың 1 сентябренә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджет сығымдары 2,024 триллион һум йәки планлы бюджет тәғәйенләнештәренең 64,5 процентын тәшкил иткән.
Һәр милли проекттың үҙ финанс өлөшө бар. Мәҫәлән, «Демография» милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн – 77,6%; «Һаулыҡ Һаҡлау» – 69,1%; «Мәғариф» – 65,6%; «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» – 63,3%; «Экология» – 50%; «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» – 59,1%; «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» – 64,1%; «Фән һәм университеттар» – 65,1%; «Рәсәй Федерацияһының цифрлы иҡтисады 49,3%; Мәҙәниәт 73,7%. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә сығымдарҙы үтәү 56% тәшкил итә; «Халыҡ – ара кооперация һәм экспорт» – 58,8%; Магистраль инфраструктураны яңыртыу Һәм киңәйтеүҙең комплекслы планы (транспорт өлөшө) – 32,8%; «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» – 61,0%; «Пилотһыҙ авиация системалары 33,8%.
сығанаҡ:Башинформ