Был дәрес “Экология” милли проекты сиктәрендә ойошторолған "Урманды һаҡлайыҡ!" Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы үткәрелде.
Билдәле булыуынса, акция илдең иң ҙур урман тергеҙеү проекты булып тора. Ул урман ултыртыуҙы ғына түгел, агротехник сараларҙы, урман биләмәләрен йыйыштырыуҙы, шулай уҡ уҡыусылар һәм студенттар өсөн лекцияларҙы ла күҙ уңында тота.
Илгиз Ингел улы балаларға урмансыларҙың эш көндәре нисек үтеүе хаҡында һөйләне, үҙенең тәжрибәһенән ҡыҙыҡлы тарихтары менән уртаҡлашты. Осрашыуға ул буш ҡул менән килмәгәйне. Әбйәлил урмансылары коллективы йәш коллегаларына таксация приборҙарын: клинометр, тулы үлсәү, компас-пеленгатор һәм үлсәү вилкаһын тапшырҙы.
- Был инструменттар һеҙгә тикшеренеүҙәрегеҙҙә ярҙам итһен, ә беҙ һәр ваҡыт кәңәш менән ярҙам итергә әҙер, - тине ул.
- Бүләктәрҙе практикала ҡулланыуға түҙеп булмай, - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты мәктәп урмансылығы ағзалары.