-1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Октябрь , 14:20

Өфө ғалимдары ҡоролай полировкалау станогын яһаған

Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары Рәсәйҙә беренсе булып электр ярҙамында ҡоролай полировкалау станогын яһаған.

Өфө ғалимдары ҡоролай полировкалау станогын яһаған
Өфө ғалимдары ҡоролай полировкалау станогын яһаған

Электр ярҙамында ҡоролай полировкалау – ул заманса технология, әйберҙең үлсәмдәрен үҙгәртмәйенсә тышҡы яғын ялтыратырға ярҙам итә.

– Ҡатмарлы формалағы деталдәрҙе электр менән ҡоролай полировкалау технологияһын уйлап табыу шуныһы менән әһәмиәтле: ул авиация газ турбинаһы двигателдәренең сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирә, – тине университеттың электр ярҙамында ҡоролай полировкалау лабораторияһы етәксеһе профессор Николай Криони.

Яңы станок өҫтөндә эштәр “Фән һәм университеттар” милли проектына (нацпроект “Наука и университеты”) ярашлы двигателдәр етештереүҙә һәм атом энергетикаһында импортты алмаштырыуға йүнәлтелде, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-10-29/m-im-stanok-ild-berense-bulyp-f-l-ya-aldy-3987765

Автор:
Читайте нас: