+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Ноябрь , 17:05

Ғаилә бизнесын үҫтереүгә субсидия

Благовещен йүнселдәре Маргарита менән Рәмил Гуловтар район хакимиәтендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә.

Ғаилә бизнесын үҫтереүгә субсидия
Ғаилә бизнесын үҫтереүгә субсидия

Бергәләп бина һайлайҙар, Рәмил 400 мең һумлыҡ муниципаль финанс ярҙам алыуға конкурста ҡатнаша. Был аҡсаға әҙер аҙыҡ-түлекте төрөү өсөн ҡорамал һатып алалар. Был яңы йүнәлеш – кейтеринг асыуға һәм Gulov-food  тип аталған яңы бренд булдырырға мөмкинлек бирә, тип хәбәр итә  БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Гуловтар 2017 йылда ғаилә бизнесы аса. Бер көндө улар турамалар әҙерләп, магазиндар аша һатыу тураһында килешә. Маргарита ризыҡты әҙерләү өсөн яуап бирә, ә Рәмил турамаларҙы урынына алып барып еткереү менән шөғөлләнә. Яйлап хеҙмәткәрҙәр һаны ла, клиенттар ҙа арта бара.

Компанияның продукцияһы “Байрам” супермаркеттарында, “Малинка” минимаркеттарында, “Корзинка”, “Фасоль” магазиндарында, шулай уҡ шәхси кибеттәрҙә, буфеттарҙа һатыла. Gulov-food етештереү күләмен арттырыу өҫтөндә эшләй. Компания шулай уҡ федераль сауҙа селтәрҙәре менән хеҙмәттәшлек итергә йыйына.

Республиканың һәр эшҡыуары үҙ бизнес-проектын тәҡдим итә ала. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыу өсөн https://investrb.ru/ru/business/assistance/online-services/business/  һылтанмаһы буйынса Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталына инеп, ғариза ҡалдырырға кәрәк.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/875425#scroll.

Автор:
Читайте нас: