Шуларҙың 91 проценты – федераль бюджет аҡсалары.
Был хаҡта БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдерҙе.
2024 йылда 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, шуларҙың 71-е ҡалаларға, 52-һе республика ауылдарына тура килә. Дөйөм алғанда, уларҙы төҙөкләндереүгә 1,236 миллиард һум аҡса талап ителгән.
– Биш йыл эсендә төбәктә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылды. Парктар һәм скверҙар яңы төҫ ала, яңы йәйәүлеләр зонаһы барлыҡҡа килә, яр буйы төҙөкләндерелә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ирина Голованова. Ошондай төҙөкләндерелгән йәмәғәт киңлектәре араһында Өфөлә Урмансылар паркы бар. Бында спорт зонаһы реконструкциялана, ул үҙ эсенә волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтарын, мини - футбол һәм ҙур футбол майҙансығын, спорт тренажерҙары зонаһын ала. Футбол көйәрмәндәре өсөн трибуналар ҡуйылған. Бынан тыш, төрлө йәштәге балалар өсөн урындар ҡаралған заманса балалар зонаһы булдырылған. Өҫтәүенә, урман паркында алты километрҙан ашыу велосипед һәм йәйәүлеләр юлы һалынған, инеү төркөмдәре монтажланған, эскәмйәләр һәм сүп һауыттары алмаштырылған, мәғлүмәт стендтары һәм навигация элементтары ҡуйылған. «Бәләбәйҙә ҡаланың үҙәк урамдарында йәйәүлеләр зонаһын төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашырыу дауам итә. Ленин урамы буйлап тротуар плиткаһы түшәлгән, йәшелләндереү яңыртылған, маршрут дауамында бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған, — тип һөйләне Ирина Голованова.
Быйыл 2025 йылда төҙөкләндерелергә тейешле биләмәләрҙе һайлап алыу буйынса тауыш биреү 2024 йылдың 15 мартынан 30 апреленә тиклем уҙғарылған. Унда Башҡортостандан 974 мең кеше ҡатнашҡан. Республика тауыш биреүселәр һаны буйынса лидер булып тора, тип билдәләнеләр Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса киләһе йылда төҙөкләндереләсәк 94 йәмәғәт биләмәһе билдәләнгән.
Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите сайты.