Милли проекттар
12 Декабрь 2024, 05:30

Киләһе йылдан яңы милли проекттар тормошҡа ашырыласаҡ

Улар демография һәм ғаиләләргә ярҙам итеүгә ҡағыла. 

Киләһе йылдан яңы милли проекттар тормошҡа ашырыласаҡКиләһе йылдан яңы милли проекттар тормошҡа ашырыласаҡ
Киләһе йылдан яңы милли проекттар тормошҡа ашырыласаҡ

2025 йылдан Рәсәйҙә демографик хәлде яҡшыртыуға һәм шул иҫәптән балалы ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән «Ғаилә», «Йәштәр һәм балалар», «Оҙайлы һәм әүҙем тормош»,  «Һаулыҡ һаҡлауҙың яңы технологиялары» кеүек яңы милли проекттар эшләй башлай. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Волга буйы федераль округы субъекттарының Дәүләт власы закондар сығарыу органдары ассоциацияһы ултырышында ошо хаҡта белдерҙе. Көн тәртибендәге төп мәсьәләләр округ төбәктәрендәге демографик хәл, шулай уҡ тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән саралар булды.

«Әлеге ваҡытта Волга буйы федераль округында 430 меңдән ашыу күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамын тулыһынса файҙаланыу өсөн аңлатыу эштәрен алып барырға кәрәк», – тине Игорь Комаров.

Һуңғы 10 йылда Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һаны 27,4% (59 меңгә тиклем) артҡан. Уларҙың һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында – беренсе, илдә етенсе урында тора. Хәҙер тыуым кимәле мең кешегә 8,9 тәшкил итә, был күрһәткес беҙҙә ил (8,7) һәм округ (8,2) буйынса уртаса алғанда юғарыраҡ.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас