Ил күләмендәге «Рәсәй бөркөттәре» программаһы «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә башланғыс класс уҡыусыларының әүҙемлеген арттырыуға йүнәлтелгән. Ағымдағы йылдан мәғариф учреждениеларында уның мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн модуле («Орлята-дошколята») һынала башланы. Район үҙәгендәге «Миләш» балалар баҡсаһының «Сулпылар» әҙерлек төркөмө (тәрбиәсе Ә. С. Ырыҫбаева) иң тәүгеләрҙән булып хәрәкәткә ҡушылды.
Тантаналы сара балаларҙың хәте-рендә мәңгелеккә уйылып ҡалырлыҡ итеп уҙғарылды. Уларҙы ҡыйыуҙар, ҡыҙыҡһыныусандар, маҡсатлылар хәрә-кәтенә ҡабул итеүгә был ҙур берҙәм сафтың ағзалары булған Т. Кусимов исемендәге гимназияның 4-се класс уҡыусылары (класс етәксеһе З. Р. Амур-зина) килде.
Бөтә рәсми, тантаналы сараларҙағы кеүек балалар баҡсаһындағы иҫтәлекле көн дә дәүләт гимндары аҫтында байраҡ күтәреүҙән башланды. Шуныһы бигерәк тә һоҡландырҙы: төркөмдәге 30 бала ла Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарының һүҙҙәрен яттан белә! Дәүләт флагтарын күтәреү хоҡуғы әҙерлек төркөмө тәр-биәләнеүсеһе Артем Петровҡа һәм 4-се класс уҡыусыһы Радмила Әхмәтоваға бирелде.
Кескәй дуҫтарын «Рәсәй бөркөттәре» хәрәкәтенә ҡушылыуҙары менән тәбрикләп, уҡыусы ағай-апайҙары ойошма тураһында риүәйәт менән сығыш яһаны, бөркөттәрҙең маҡсаттары, бурыстары менән таныштырҙы.
Тәрбиәсе апайҙары Әлиә Сәлих ҡыҙы тәрбиәләнеүселәренә ябай ғына һүҙҙәр аша йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге тураһында аңлатты. «Миләш» баҡсаһы бөркөттәре ете йүнәлеш буйынса мауыҡтырғыс сәйәхәткә сығасаҡ. Эрудит, һаҡлаусы, оҫта, лидер, ирекмән һәм эколог — был йүнәлештәр балаларға белемле, киң ҡарашлы, илһөйәр, рухлы, мәҙәниәтле, сәләмәт, ярҙамсыл булып үҫергә булышлыҡ итәсәк.
Бәләкәс кенә булһалар ҙа, ҙур хәрәкәткә ҡушылырға етди әҙерләнгән баҡса тәрбиәләнеүселәрен «Баласаҡ навигаторҙары» проектының муниципаль координаторы А. М. Ғәлина ҡотланы.
— «Рәсәй бөркөттәре» беҙҙең илебеҙ — Рәсәйебеҙ кеүек ныҡлы, берҙәм ойошма. Һеҙҙе, балалар, яңы дуҫтар, күп танып белеүҙәр, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы осрашыуҙар, ижади эшмәкәрлек, еңеүҙәр көтә. Ойошма ҡанатына ныҡлы баҫып, хыялдарығыҙға юл ярығыҙ, бергәләшеп яңы белемдәргә, яҡшылыҡҡа һәм еңеүҙәргә ынтылығыҙ! — тине Айгөл Мөхәмәт ҡыҙы.
Кескәй йөрәктәрендә ҙур яуаплылыҡ тойған баҡса тәрбиәләнеүселәре әүҙем, көслө һәм берҙәм булырға, бөркөттәрҙең ҡанундарын боҙмаҫҡа ант итте. Балаларҙың ойошма ағзаһы булыуҙарын дәлилләп муйындарына галстук бәйләнеләр. Балалар баҡсаһы мөдире Ә. И. Низамова Бөтә Рәсәй ойошмаһына ингән төркөмдө ихлас ҡотлап, башҡаларға һәр яҡтан үрнәк булыуҙарын теләне.
Тантана ғорур нотала — «Рәсәй бөркөттәре» гимнын башҡарыу менән тамамланды.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.