Федераль кино фонды ярҙамында Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы булышлығында яңы заманса кино ҡорамалдары һатып алыуға грант отҡандар. Бүленгән аҡсаға күп каналлы тауыш системалары, ҡеүәтле һанлы проектор, экран, яңыртыу серверы һәм башҡа заманса техника һатып алына. Хәҙер район халҡы кино яңылыҡтарын райондан китмәйенсә бик яҡшы сифатта ҡарай ала.
Кинозал асыуға арналған тантаналы сарала Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов, “Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әминев ҡатнашҡан. Тамашасыларға Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Аҡ ҡар” фильмы күрһәтелгән.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
Фото: Йәрмәкәй районы хакимиәте.