Милли проекттар
28 Ғинуар 2025, 11:50

“Шыршыны – юнысҡыға”

Баш ҡалала “Шыршыны – юнысҡыға” акцияһы сиктәрендә ике меңгә яҡын ағас йыйылды. 

“Шыршыны – юнысҡыға”“Шыршыны – юнысҡыға”
“Шыршыны – юнысҡыға”

Өфөлә йыл һайын үткәрелеүсе “Шыршыны – юнысҡыға” экологик акцияһы тамамланды. Ғәҙәттәгесә, акцияны уҙғарыу өсөн ҡаланың барлыҡ райондарында шыршы, аҡ шыршы һәм ҡарағай йыйыу, артабан эшкәртеү өсөн махсус контейнерҙар ҡуйылды. Ағастарҙы мандаринға алмаштырҙылар, ә балалар өсөн "Күңелле старттар" ойошторҙолар.

Сара 18 һәм 19 ғинуарҙа, шулай уҡ 25 һәм 26 ғинуарҙа уҙғарылды. Был ваҡыт эсендә 1971 ылыҫлы ағас йыйылды, ә акцияла ҡатнашыусылар 110 килограмм мандарин ашаны.

“Шыршыны – юнысҡыға” акцияһы ил Президенты тәҡдим иткән "Экологик именлек" милли проекты (национальный проект "Экологическое благополучие") сиктәрендә ҡалдыҡтарҙы икенсел эшкәртеүҙе популярлаштырыу өсөн уҙғарыла.

Өфө хакимиәтенең экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге етәксеһе Ольга Филева һүҙҙәренсә, “Шыршыны — юнысҡыға” акцияһы сиктәрендә йыйылған шыршыларҙы заводҡа ебәрәләр, унда уларҙы юнысҡы итеп эшкәртәләр, һуңынан ағас сүстәрҙән төҙөлөш, ишек йәки мебель етештереү өсөн плитәләрҙең төрлө төрҙәрен алалар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Шыршыны — юнысҡыға” экологик акцияһы 2019 йылдан уҙғарыла. Ошо осорҙа 11 меңдән ашыу шыршы йыйып, эшкәртеүгә ебәрҙеләр.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. 

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

 
Автор:
Читайте нас