Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Февраль , 11:50

Шишмә районында – беренсе һигеҙ ҡатлы йорт

Шишмәлә биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү программаһына (БКҮ) ярашлы беренсе һигеҙ ҡатлы йорт күтәрелә. Был хаҡта республикабыҙҙың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы хәбәр итә.

Шишмә районында – беренсе һигеҙ ҡатлы йорт
Шишмә районында – беренсе һигеҙ ҡатлы йорт

БКҮ килешеүенә ярашлы, ҡасабала өс күп фатирлы йорт төҙөү күҙ уңында тотола, уларҙың икеһе биш ҡатлы була. Яңы торлаҡтың дөйөм майҙаны 20 мең квадрат метр тирәһе тәшкил итәсәк.

- Беренсе сираттағы биш ҡатлы өс подъезлы йорт төҙөү өсөн Ленин һәм Кооператив урамдарындағы дүрт шәхси йортта йәшәүселәрҙе күсерергә кәрәк. Был туғыҙ ғаилә, уларҙың икәүһе икенсе йортҡа күсерелгән дә инде. Заманса торлаҡ төҙөүҙән тыш, инвестор төҙөлөш биләмәһен төҙөкләндерергә лә планлаштыра. БКҮ механизмы ярҙамында ҡасаба биләмәһе яңы тормош менән йәшәй башлар тип ышанам, – тип билдәләне Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Шишмәләге биләмәне Башҡортостан Торлаҡ төҙөлөшө фондының бүлендек предприятиеһы булған “Шишмә эшселәр ҡасабаһын комплекслы үҫтереү” махсуслаштырылған төҙөүсе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөй. Майҙансыҡты үҙләштереүгә ете йыл ваҡыт бүленгән.

Әлеге көнгә Башҡортостан Республикаһында БКҮ тураһында 25 килешеү төҙөлгән, уларҙағы 2,6 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү мөмкинлеге ҡарала. Майҙансыҡтар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Туймазыла, Нефтекамала, Бәләбәйҙә, шулай уҡ Өфө, Шишмә һәм Иглин райондарында урынлашҡан. Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү механизмын Башҡортостанда ҡулланыу буйынса эш дауам итә.

Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

Автор:
Читайте нас: