Сифатлы, хәүефһеҙ, экологик яҡтан таҙа тауарға һорау йылдан-йыл арта, тип билдәләй белгестәр. Өҫтәүенә, Көнбайыш илдәренең санкция сәйәсәтенә ҡарамаҫтан, Башҡортостан аграрийҙарының тауарына ихтыяж Европала ла, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә лә арта.
Йыл башынан Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре Европа союзы, Евразия иҡтисади союзы илдәренә, Үзбәкстанға, Төркиәгә, Израилгә һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһына бөтәһе 13 мең 307 тонна аҙыҡ-түлек етен экспортҡа сығарылған. Экспорт тауарының төп күләме Ҡытайға тура килә – туғыҙ мең тоннанан ашыу, Беларусь Башҡортостандан 2,7 мең тоннанан ашыу һатып алған, Ҡаҙағстанға 1,2 мең тоннанан ашыу оҙатылған, Германияға, Польшаға, Швейцарияға, Төркиәгә, Үзбәкстанға һәм Израилға дөйөм алғанда 355 тоннаға яҡын экспортҡа сығарылған.
Былтыр ошо уҡ осорға Башҡортостандан сит илгә 11 мең 960 тонна майлы етен оҙатылған.
Фото: Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.