

Был турала республика Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.
Тауарҙы Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре ҡараған. Белгестәр бөтәһе 667 тонна борсаҡты контролдә тотҡан, тауар Ҡытай Халыҡ Республикаһына экспортҡа әҙерләнгән. Ҡуҙаҡлы культураның һайлап алынған өлгөләре “Федераль хайуандар һаулығын һаҡлау үҙәге” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан филиалының һынау лабораторияһында тейешле экспертиза үткән. Борсаҡ импортлаусы илдең талаптарына тап килә.
Ҡытай донъяла киптерелгән борсаҡты иң күп ҡулланыусы булып тора. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан ҡуҙаҡлы культуралар экспортын был илгә оҙатыуҙы арттыра бара.
Башҡортостан агросәнәғәт комплексы тауарын донъяның 41 иленә һата.
Бөгөн элекке уҙаҡташтар менән эш алып барыла, шулай уҡ экспорт өсөн яңы баҙарҙар үҙләштерелә.
Фото: 102.fsvps.gov.ru.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.