

Башҡортостанда быйыл “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы барышында 470 гектар самаһы майҙанда 1,8 миллиондан ашыу ағас ултыртылды. Ул “Экологик именлек” милли проектына (национальный проект “Экологическое благополучие”) булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарылды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Урман хужалығы министрлығынан.
Быйыл үҫемлектәр ултыртыу буйынса саралар айырыуса әһәмиәткә эйә булды. Улар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусы йылына арналды. Төбәктә акция 18 апрелдә Ҡырмыҫҡалы ауылында башланды. Үҙәк сарала 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Һуғыш геройҙары иҫтәлегенә унда 400 йүкә һәм 100 ҡарағай аллеяһы ултыртыла. Шулай уҡ республиканың дүрт районында күләмле географик объекттар, “Еңеү 80 йыл” яҙыулы геоглифтар һалынды. Йылдар үткәс, был урындарҙа матур урман барлыҡҡа киләсәк — еңеүселәр быуынына хәтер һәм рәхмәт символы. Хәтер баҡсалары шулай уҡ республика ҡалалары һәм ауылдары биләмәләрендә лә булдырылған. Шулай уҡ Баймаҡ районында акция барышында урмансылар, республика башҡарма власть органдары, Дәүләт Думаһы вәкилдәре һәм битараф булмаған халыҡ Талҡаҫ күле территорияһын төҙөкләндерҙе һәм таҙартты.
Ата-бабаларҙың батырлығына рәхмәт һәм хөрмәт символына әйләнгән саралар 157 меңдән ашыу кешене берләштерә. Уларҙа “Связьтранснефть”, “Башҡортостан сода компанияһы”, “Транснефть-Урал” кеүек эре предприятиелар коллективтары, республиканың мәктәп яны участкаларында махсус рәүештә акция өсөн ултыртыу материалдары үҫтергән мәктәп урмансылыҡтары ағзалары, ғәмәлдәге хәрбиҙәр, төрлө йылдарҙағы локаль конфликт ветерандары, ирекмәндәр, студенттар һәм башҡалар ҡатнашты.
“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Урман хужалығы министрлығы.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.