

Ағымдағы йылдың тәүге алты айында Башҡортостан Африка континентына 15 партия туңдырылған күркә ите продукцияһын оҙатҡан, уларҙың дөйөм ауырлығы 405 тонна тәшкил иткән. Был хаҡта республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә. Сит илдәрҙе ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеүҙе арттырыу – «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») милли проектының төп маҡсаты.
Россельхознадзор төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Бенинға 135 тонна, ә Гвинея Республикаһына һәм Конгоға 270 тонна ауырлыҡтағы 10 партия оҙатылған.
Илдә иң эре күркә етештереүсе «СоюзПромПтица» предприятиеһы (Мәләүез районы) республиканан ярымфабрикаттарҙы әүҙем экспортлаусы булып тора. Дөйөм алғанда, был төр продукцияның экспорт күләмдәренең һиҙелерлек өлөшө Башҡортостан Республикаһына тура килә. Илдең Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы “Агроэкспорт” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың тәүге ярты йыллығында Рәсәй тышҡы баҙарға 50 миллион долларҙан ашыу суммаға 17,5 мең тоннанан ашыу күркә оҙатҡан, был үткән йылға ҡарағанда 30 процентҡа күберәк.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: gtrkrb.ru
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.