

Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостандан Ҡытайға 8,6 мең тонна көнбағыш майы оҙатылған.
Көнбағыш майы Шишмә һәм Көйөргәҙе районының Маячный ҡалаларында урынлашҡан предприятиеларҙан оҙатылған.
Көнбағыш орлоҡтарын үҫемлек майына эшкәртеү продукцияһы, Ҡытай яғы менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, баҫыуҙан алып һуңғы продуктҡа тиклем тулы етештереү контроле үткән. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса, үҫемлек продукцияһында хәүефле организмдар табылмаған; улар импортлаусы ил талаптарына яуап бирә.
Былтыр республиканан Ҡытайға көнбағыш майы оҙатылыуы теркәлмәгән, тип билдәләне Россельхознадзор.
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.