Милли проекттар
23 Июль 2025, 12:00

Алты поликлиника төҙөлә

Башҡортостанда, "Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, бер юлы алты поликлиника төҙөлә.

Алты поликлиника төҙөләАлты поликлиника төҙөлә
Алты поликлиника төҙөлә

Был медицина объекттары араһында Благовещенскиҙағы балалар поликлиникаһы ла бар. Әле унда монолит эштәре алып барыла, кирбес һалына, инженер селтәрҙәренә тоташтырыла, тышҡы канализация һәм йылытыу, эргә-тирәне ипкә килтереү эштәре бара.

Благовещендағы балалар поликлиникаһы заманса, уңайлы буласаҡ. Ҡыҙҙар, малайҙар бында үҙ ваҡытында һәм сифатлы медицина ярҙамын аласаҡ.
Быйыл Башҡортостанда, республика райондарындағы алты поликлиниканан тыш, 134 модулле ҡоролманың сафҡа индерелеүе планлаштырыла. Улар заманса стандарттар буйынса йыһазландырыласаҡ. Бынан тыш, һаулыҡ һаҡлау тармағына ҡараған туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәреү атҡарыу планлаштырылған.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:
Читайте нас