Милли проекттар
23 Июль 2025, 12:45

Өфө вуз-ара кампус резиденты грант алды

Өфө фән һәм технологиялар университеты программаһы финанс ярҙамы алыуға өлгәште.

Өфө вуз-ара кампус резиденты грант алдыӨфө вуз-ара кампус резиденты грант алды
Өфө вуз-ара кампус резиденты грант алды

РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығы Өфө фән һәм технологиялар университетының (артабан - ӨФһТУ) «Нанотех» ғилми һәм технологик ҡорамалдарҙы коллектив файҙаланыу үҙәген үҫтереү программаһын хупланы. Вуз-ара кампус резиденты булған ӨФһТУ 202 миллион һум күләмендәге грантты булған приборҙар базаһын үҫтереүгә, яңы фәнни һәм технологик ҡорамалдар һатып алыуға, лаборатория биналарын яңыртыуға һәм ғилми хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеүгә йүнәлтә.

Был хаҡта республика Хөкүмәте хәбәр итә. Кампустарҙы төҙөү һәм үҫтереү «Йәштәр һәм балалар» милли проекты  маҡсаттарына ярашлы алып барыла.

Грант аҡсаһына шулай уҡ юғары температурала материалдарҙы һынау буйынса лаборатория булдырыу, кристалл структураһын тикшереү өсөн заманса электрон микроскопты яңыртыу һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү ҡаралған. Һатып алынған ҡорамалдарҙы ӨФһТУ студенттары менән хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ индустриаль партнерҙар ҡуллана ала.

Илебеҙҙә заманса кампустар селтәре Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса төҙөлә башланы. 2030 йылға ошондай 25 объект төҙөү планлаштырыла, ә 2036 йылға уларҙың һанын 40-ҡа тиклем арттырыу ҡаралған.

Фото: pravitelstvorb.ru/news/27140/

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас