Милли проекттар
23 Июль 2025, 12:15

Мәләүездәр Ҡытайға һөт оҙата

Мәләүез һөт-консерва комбинаты Ҡытайға 19 тонна ҡоро һөт ебәрҙе, тип хәбәр итәләр "Россельхознадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Мәләүездәр Ҡытайға һөт оҙатаМәләүездәр Ҡытайға һөт оҙата
Мәләүездәр Ҡытайға һөт оҙата

Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илдәргә һатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Дөйөм алғанда, йыл башынан бирле мәләүездәр Ҡытайға 112 тонна һөт ризыҡтары һатҡан. Сит илдең Таможня идаралығы талаптарына ярашлы, продукцияның бөтә партиялары беҙҙән ебәрелер алдынан "Россельхознадзор" идаралығы белгестәре тарафынан тикшерелгән һәм эшкәртелгән.

Фото: gtrkrb.ru

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас