

Был саралар “Экологик именлек” милли проктына ярашлы башҡарыла.
Башҡортостан урмансылары 12,5 мең гектарҙан ашыу майҙанды эшкәрткән, йәш ағастарҙы тәрбиәләү сараларын күргән. Эш күләме буйынса лидерҙар – Әбйәлил, Баймаҡ, Балаҡатай, Инйәр һәм Салауат урман хужалыҡтары.
Тупраҡты йомшартыу һәм сүп үләндәрен йолҡоу төп эштәр рәтендә. Урманды ултыртыу ғына түгел, уны хәстәрләү ҙә - мөһим сараларҙың береһе. Агротехник тәрбиә – сәләмәт урман үҫеүенә гарантия.
– Агротехник тәрбиә ҡул менән дә, заманса техника ҡулланып та башҡарыла. Һуңғы алты йыл эсендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, 300 берәмектән ашыу төрлө урман хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары алынды. Бындай мөнәсәбәт урманды тәрбиәләү буйынса ҙур эш башҡарырға булышлыҡ итә, – ти республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.
Фото: Г. Күсәрбаева.