

Бәләбәй ҡалаһында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Инноваторҙар бульвары» проектына ярашлы, биләмәне төҙөкләндереү буйынса эш дауам итә.
Белгестәр "Ер кендеге" арт-объектын урынлаштырасаҡ. Был һәйкәл ҡаланың үҙенсәлекле географик урынлашыуын символлаштыра — уның координаталары 57°07′00′′ төньяҡ киңлек һәм 57°07′00′′ көнсығыш оҙонлоҡ тулыһынса тап килә.
Яҡында тактиль карта менән навигация системаһы ҡуйыласаҡ, ул ҡунаҡтарға ҡала буйлап йөрөргә, уның тарихы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе белергә ярҙам итәсәк.
Сығанаҡ: "Башҡортостан""гәзите сайты.