Милли проекттар
19 Августа 2025, 12:05

Төбәктә ит продукцияһын етештереү күләме арта

Был өлкәлә эшләүсе уңышлы предриятиеларҙың береһе “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектында ҡатнаша.

Төбәктә ит продукцияһын етештереү күләме артаТөбәктә ит продукцияһын етештереү күләме арта
Төбәктә ит продукцияһын етештереү күләме арта

Комбинаттың эшсе төркөмө вәкиле әйтеүенсә, проектта ҡатнашыу сығымдарҙы 20-30 процентҡа кәметергә булышлыҡ итәсәк.

Ойошманың эшсе төркөмө туғыҙ программа – 5с системаһын, процестарҙы һәм етештереүҙе анализлау, эштәре стандартлаштырыу, ҡорамалдарҙы автоном хеҙмәтләндереү буйынса белемен камиллаштырған.

Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар үҙәге етәкеһе Тимур Низамов һүҙҙәренсә, предприятиела проект буйынса ентекле пландар билдәләнгән. Белгестәр логистика өҫтөндә эшләйәсәк, продукцияны ҡаптарға төрөү линияһын үҙгәртәсәк, етештереү анализын яйға һаласаҡ. Киләсәктә был тәжрибә башҡа линейкаларҙа ла һыналасаҡ.

Автор:
Читайте нас