Милли проекттар
26 Август 2025, 12:14

Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны кәмегән

Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 11 процентҡа кәмегән.

Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны кәмегәнБашҡортостанда эшһеҙҙәр һаны кәмегән
Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны кәмегән

Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 11 процентҡа кәмегән – 10 меңдән 9 мең кешегә тиклем. Был хаҡта республика Хөкүмәтенән хәбәр итәләр.

Уларға 37 мең вакансия тәҡдим ителә, шуларҙың 71 проценты эшсе һөнәрҙәр. Кадрҙарға ҡытлыҡ бигерәк тә етештереү һәм төҙөлөш тармаҡтарында киҫкен тора, унда бер дәғүәсегә ярашлы рәүештә 8 һәм 12 вакансия тура килә.

Эш биреүселәргә ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле ҡоралы булып хәрби-сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен һәм айырым категория граждандарын “Кадрҙар” (национальный проект «Кадры») милли проекты буйынса уҡытыу тора. 2025 йылда федераль ҡаҙнанан 160 миллиондан ашыу финанс ресурсын йәлеп итеп, оборона тармағының 3 меңгә яҡын белгесен әҙерләү планлаштырыла. Федераль финанслау күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында лидер булып тора.

«Башҡорт вахтаһы» проекты сиктәрендә 56 кадрҙар һайлап алыу үткәрелгән, уларҙа 7 мең кеше ҡатнашҡан. Шуларҙан 659 кеше, йәғни һәр унынсы өлөшө УЭК-УМПО-ла эшләгән.

Республикала мәшғүллек хеҙмәтен яңыртыу дауам итә. 50 кадрҙар үҙәге яңыртылған да инде, 2025 һәм 2026 йылдарҙа тағы ла 19 үҙәктә ремонт тамамланасаҡ. Ауырғазы, Баҡалы, Благовар һәм Иглин райондарында дүрт модулле кадрҙар үҙәге төҙөләсәк.

"Эш әүҙемлегендә бушлыҡтар булмаһын өсөн "Кадрҙар" милли проекты буйынса кешеләрҙе ваҡытлыса эш менән тәьмин итеү беҙҙең өсөн мөһим. Был мәшғүллеккә булышлыҡ итеү ҡоралын мөмкин тиклем файҙаланырға кәрәк. Хәйер, ғөмүмән, хәлде күҙәтеп торорға кәрәк, сөнки ул бер сиктән икенсеһенә күсә: ҡайһы саҡта кешеләрҙе эшкә урынлаштыра алмайбыҙ, ҡайһы саҡта күп предприятиеларҙа эшселәр етмәй. Тигеҙлекте һаҡлау мөһим», — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

 

Автор:
Читайте нас