Милли проекттар
16 Сентябрь 2025, 09:05

Колледжда уҡыған балалар өсөн түләм компенсациялана

Күп балалы ғаиләләр “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында колледжда уҡыған балалары өсөн түләнгән аҡсаны компенсациялаясаҡ. 

Колледжда уҡыған балалар өсөн түләм компенсацияланаКолледжда уҡыған балалар өсөн түләм компенсациялана
Колледжда уҡыған балалар өсөн түләм компенсациялана

Бының өсөн Башҡортостандың “Дәүләт порталы”нда “Күп балалы ғаиләләргә балалары урта һөнәри белем биреү программалары буйынса уҡыған өсөн түләнгән хаҡтың компенсацияһын биреү” хеҙмәте бар.  

Социаль йәһәттән мөһим хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы” милли проектының төп өҫтөнлөклө мәсьәләләренең береһе булып тора.

Компенсация күләме – уҡыу йылы өсөн түләнгән хаҡтың 50 проценты, әммә был сумма 30 мең һумдан күп булмаҫҡа тейеш. Ташламаға ғаризаны уҡыу йылы тамамланғандан һуң, 1 июлдән  31 декабргә тиклем, тапшырырға мөмкин.

Урта һөнәри белем биреү программалары буйынса уҡыу өсөн түләүгә компенсацияны бәлиғ булған белем алыусы йәки уның ата-әсәһе йәки уллыҡҡа алыусы, опекун, попечитель алырға мөмкин.

“Социаль йәһәттән мөһим хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү – ведомствобыҙҙың төп мәсьәләләренең береһе. Күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары хеҙмәттәре ғәҙәттәгесә халыҡта ҙур һорау менән файҙалана”, - тип белдерҙе Башҡортостандың дәүләт идараһы иҡтисади үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Сығанаҡ: БР Дәүләт идараһы һанлы үҫеше министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Автор:
Читайте нас