Милли проекттар
23 Сентябрь 2025, 09:15

Башҡортостанда «Әсәй-эшҡыуар» программаһы тормошҡа ашырылды

Бизнес-пландарын уңышлы яҡлаған еңеүсе 150 мең һумлыҡ гранттар.    

Башҡортостанда «Әсәй-эшҡыуар» программаһы тормошҡа ашырылдыБашҡортостанда «Әсәй-эшҡыуар» программаһы тормошҡа ашырылды
Башҡортостанда «Әсәй-эшҡыуар» программаһы тормошҡа ашырылды

15-19 сентябрҙә Өфөлә «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә «Әсәй-эшҡыуар» федераль программаһының төбәк этабы уҙҙы. Проект бәләкәй балалы йәки декрет ялында булған, үҙ эшен асырға йәки булған эшен киңәйтергә ынтылған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

"Әсәй-эшҡыуар" программаһы ҡатын-ҡыҙҙарға кәрәкле һөнәри күнекмәләрҙе үҙләштереү, уңышлы бизнес-проект булдырыу, үҙ мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә.Быйыл конкурсҡа 145 ғариза бирелгән, улар араһынан 30 финалсы һайлап алынған. 

Тәүге көндә Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы майҙансығында ҡатнашыусылар һәм программаның партнерҙары менән осрашыу үтте.

“Әсәй-эшҡыуар” Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән федераль программа. Уның ярҙамында балалы йәки декрет ялында булған ҡатын-ҡыҙҙар бизнеста уңышлы старт өсөн кәрәкле бөтә нәмәне ала ала: белем, фекерҙәштәрҙең ярҙамы, старт капиталы.

19 сентябрға тиклем барған сарала бизнес-пландарын уңышлы яҡлаған еңеүсе 150 мең һумлыҡ грант  менән бүләкләнде.

Автор:
Читайте нас