Милли проекттар
23 Сентябрь 2025, 05:00

Туризм буйынса проекттарға дәүләт ярҙамы

Башҡортостан эшҡыуарҙары туризм буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт ярҙамын ала.

Туризм буйынса проекттарға дәүләт ярҙамыТуризм буйынса проекттарға дәүләт ярҙамы
Туризм буйынса проекттарға дәүләт ярҙамы

ры туризм буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт ярҙамын ала. Конкурс һайлауы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға бәйле үткәрелә.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы тарафынан быйыл 10 октябрҙән республика биләмәһендә туризм инфраструкт ураһы буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса ғаризалар ҡабул ителә.

“Гранттар рәүешендә дәүләт ярҙамы төбәктең туризм өлкәһенең үҫешенә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, субсидиялар ярҙамында туристик ҡорамалдарҙы һатып алыу, пляждарҙы үҫтереү, урынлашыу өсөн яңы объекттарҙы төҙөү мөмкинлеге һөҙөмтәһендә республикала туризм көнәркәшле һәм тотороҡло була”, - тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Был конкурста субсидияларҙы ойошмалар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа алыу мөмкинлегенә эйә. Бирелгән аҡсаға туризм өсөн ҡорам алдар һатып алырға була.

Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас