Милли проекттар
30 Сентябрь 2025, 13:10

Ғаризалар 10 октябрҙән ҡабул ителә

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы тарафынан быйыл 10 октябрҙән республика биләмәһендә туризм инфраструктураһы буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса ғаризалар ҡабул ителә.

Ғаризалар 10 октябрҙән ҡабул ителәҒаризалар 10 октябрҙән ҡабул ителә
Ғаризалар 10 октябрҙән ҡабул ителә

“Гранттар рәүешендә дәүләт ярҙамы төбәктең туризм өлкәһенең үҫешенә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, субсидиялар ярҙамында туристик ҡорамалдарҙы һатып алыу, пляждарҙы үҫтереү, урынлашыу өсөн яңы объекттарҙы төҙөү мөмкинлеге һөҙөмтәһендә республикала туризм көнәркәшле һәм тотороҡло була”, - тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Был конкурста субсидияларҙы ойошмалар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа алыу мөмкинлегенә эйә. Бирелгән аҡсаға туризм өсөн ҡорам алдар һатып алырға була.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты;

Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Автор:
Читайте нас