Милли проекттар
30 Сентябрь 2025, 12:30

Башҡортостан уҡытыусыһы ярымфиналда

Юлия Садиҡова республикабыҙҙы Рәсәй кимәлендә күрһәтәсәк.  

Башҡортостан уҡытыусыһы ярымфиналдаБашҡортостан уҡытыусыһы ярымфиналда
Башҡортостан уҡытыусыһы ярымфиналда

Башҡортостандан тарих уҡытыусыһы Юлия Садиҡова “Классная тема!” тигән Бөтә Рәсәй белем биреү телепроектында ярымфиналсы булды. Был сара “Йәштәр һәм балалар” милли проектына (национальный проект “Молодежь и дети”) ярашлы тормошҡа ашырыла.

Юлия Садиҡова һайлап алыу турҙарын үтеп, сағыу видеовизитка күрһәтеп, ярымфиналға сыҡты. Ул шулай “Уҡытыусы булыу” подкастының алып барыусыһы ла булып тора. Ете йыл эшләү дәүерендә педагог байтаҡ наградалар алған, “Илдең иң яҡшы медиапедагогы”, “Кеше тәрбиәләү-2023” , “Уҡытыусы өлөшө-2022” конкурстарында еңеү яулаған. Мәскәүҙә халыҡ-ара белем биреү салонында “Мәғарифта шәхси йыл бренды-2023” номинацияһында ла беренсе урын яулауға өлгәшә.

“Классная тема!” телешоуы һәләтле педагогтарҙы асыҡлай, был мөһим һөнәрҙең мәртәбәһен күтәрергә булышлыҡ итә.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас