Милли проекттар
30 Сентябрь 2025, 12:45

Эшҡыуар әсәйҙәр араһында конкурс еңеүсеһе150 мең һумлыҡ грант отто

Федераль грант Түбәнге Йәркәй ауылынан  эшҡыуар Әлфиә Латиповаға бирелде.   

Эшҡыуар әсәйҙәр араһында конкурс еңеүсеһе150 мең һумлыҡ грант оттоЭшҡыуар әсәйҙәр араһында конкурс еңеүсеһе150 мең һумлыҡ грант отто
Эшҡыуар әсәйҙәр араһында конкурс еңеүсеһе150 мең һумлыҡ грант отто

“Эшҡыуар әсәй” федераль белем биреү программаһының республика этабы тамамланды. Ул “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты сараларына ярашлы үтә. Яңылыҡты республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә.

Быйыл программаның республика этабында ҡатнашыуға 145 ҡатын-ҡыҙ ғариза биргән, шуларҙың 31-е һайлап алыу этабын уңышлы үткән һәм үҙенең бизнес башланғыстарын яҡлауға өлгәшкән. Өфөлә 15–19 сентябрҙә офлайн-интенсив тәртибендә уҡыу үтте.

Түбәнге Йәркәй ауылынан эшҡыуар Әлфиә Латипова 150 мең һум күләмендә федераль грант алған. Бынан тыш, программаның генераль партнеры – бизнес өсөн “Минең эш” бухгалтерияһы профессиональ бухгалтерҙарҙан өс бушлай консультация алыуға сертификат тапшырған. Ике ул үҫтергән әсә баҡса еләге үҫтерә һәм алынған аҡсаны яңы теплица һатып алыуға йүнәлтергә ниәтләй.

– “Эшҡыуар әсәй” программаһы кеүек белем биреү алымдары үҙ эшен асырға йыйынған ҡатын-ҡыҙға ныҡ ярҙам итә. Уларға яратҡан эше бизнес алып барыуҙа кәрәкле алымдарҙы өйрәнеү һәм мотивация менән берләштереү мөмкинлеге бирә, –  тигән фекерҙә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Фото: biznestur.bashkortostan.ru

Автор:
Читайте нас