Милли проекттар
7 Октябрь 2025, 13:15

Макулатура театрға билетҡа алмаштырыла

“Экология именлеге” милли проектына ярашлы (национальный проект “Бумбатл” Бөтә Рәсәй акцияһының көҙгө миҙгеле 30 ноябргә тиклем уҙғарыла. Ҡатнашыусылар макулатураны үҙҙәренең төбәгендәге театр, музей йәки спорт сараларына  билеттарға алмаштыра ала.

Макулатура театрға билетҡа алмаштырылаМакулатура театрға билетҡа алмаштырыла
Макулатура театрға билетҡа алмаштырыла

Был турала “Милли өҫтөнлөктәр” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма хәбәр итә. Макулатура өсөн ҡайһы пунктта билеттар алыу мөмкинлеге тураһында проекттың рәсми сайтында (бумбатл.рф ) белергә мөмкин. Унда “Театрға билет” тигән махсус төймә барлыҡҡа килгән.

Әйтергә кәрәк, бындай акция алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Уның маҡсаты кешеләрҙә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Быйыл был сарала 450 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Улар эшкәртеү өсөн 1273 тонна макулатура тапшырған.

“Экология именлеге” милли проекты тирә- яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә, кешенең йәшәү өсөн уңайлылығын хәстәрләй.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас