

Был акцияла министрлыҡ һәм ведомство аҫтындағы учреждениеларҙың, Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре, вуз һәм колледждар студенттары, профессионал экологтар, ирекмәндәр һәм республикабыҙҙың әүҙем кешеләре ҡатнашты.
“Экотолк” – ул күләмле сара, экология мәҙәниәтен формалаштырыуға, экология грамоталылығын күтәреүгә, халыҡты тәбиғәтте һаҡлау эштәренә йүнәлтелгән.
-“Экотолк” экология диктанты алтынсы тапҡыр уҙғарыла һәм Рәсәй халҡын ғына түгел, башҡа илдәрҙән ҡатнашыусыларҙы ла берләштерә. Былтыр акцияла 144 дәүләттән ҡатнаштылар. Быйыл диктант “Планета – беҙҙең дөйөм йорт” девизы аҫтында үтә һәм Ер шары һәм йыһандың экосистема мәсьәләләренә арналған, - ти Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррәхов.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.
Резеда Шәнгәрәева фотоһы.